Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 20:18 - Изге Яҙма

18 Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 20:18
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр».


Минең исемемдән һөйләгән пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламағандарҙы Мин Үҙем язалаясаҡмын.


Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бойорғанса, уларҙы харам ҡыл: хиттиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе тотош юҡ ит.


Әгәр берәй ҡаланы яулап алыр өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡамауҙа тоторға тура килһә, уның тирәһендәге ағастарға балта тейҙермә – емештәрен аша, әммә ҡырҡма. Ҡамауға алырға ҡырҙағы ағас кеше түгел бит.


Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.


Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ