Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 17:16 - Изге Яҙма

16 Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 17:16
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.


Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.


Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине.


Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ».


Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерәләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып ала.


Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра.


Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.


Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине.


Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Илдәре алтын да көмөш менән тулы, Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны, Ерҙәрендә аттар тулы, Һуғыш арбалары хисапһыҙ.


Эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалғандары! Раббы һеҙгә: «Мысырға бармағыҙ!» – тип әйтте. Бөгөн һеҙҙе киҫәткәнемде ныҡлап белеп ҡуйығыҙ.


Әммә ул кеше Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе, үҙенә аттар һәм ҙур ғәскәр ебәрһен өсөн Мысырға илселәр ебәрҙе. Уңыш ҡаҙанырмы ул? Ошоларҙы эшләгән кеше ҡотолормо? Төҙөгән килешеүҙе боҙҙо – ҡотола алырмы?


Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?


Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.


«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Мин һинең аттарыңды юҡ итермен, Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын.


Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.


Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ