Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 15:9 - Изге Яҙма

9 Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға һығыныр һәм һин ғәйепле булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 15:9
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.


Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!


Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә.


Әгәр уларҙы йәберләһәң, улар Миңә ялбарыр һәм Мин уларҙың зарҙарын мотлаҡ ишетермен.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Яҡынын өнәмәгән – гонаһлы, ярлыға хәстәрлекле булған – бәхетле.


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Һаран әҙәмдең ризығын ашама, уның тәмле-татлыһынан тыйыл,


Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.


Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу, артынса хәйерселек килерен уйламай ул.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Һәр етенсе йылдың аҙағында бурыстарҙы ғәфү итегеҙ.


Уның хеҙмәт хаҡын шул көндө үк ҡояш байығанға тиклем түлә, сөнки ул ярлы һәм шул аҡсаға ғына иҫәп тотоп йәшәй. Юғиһә һинең турала Раббыға зарланыр һәм һин гонаһ ҡылған булырһың.


Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һәр ете йыл һайын, бурыстарҙы ғәфү итеү йылында, Ҡыуыш байрамында,


Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.


Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ