3 Әшәке нәмәләр ашамағыҙ.
Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе,
Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар.
Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!
– Исраил халҡына иғлан итегеҙ: ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙан һеҙгә ашарға яраҡлы йән эйәләре түбәндәгеләр.
Шундайҙарҙы ашап, үҙегеҙҙе әшәкеләтмәгеҙ, улар арҡаһында нәжесләнмәгеҙ.
Йәнлектәрҙең хәләлен хәрәмдән, ҡоштарҙың хәләлен хәрәмдән айырығыҙ. Мин һеҙгә хәрәм тип билдәләгән хайуандар, ҡош-ҡорт һәм һөйрәлеүселәр менән үҙегеҙҙе бысратмағыҙ.
Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була.
Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ.
Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.