Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 11:9 - Изге Яҙма

9 Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 11:9
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.


Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр.


сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.


Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине.


Шулай эшләһәгеҙ, Раббы аталарығыҙға бирергә ант иткән тупраҡта үҙегеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да ғүмере оҙон булыр һәм күк йөҙө ер өҫтөндә күпме торһа, һеҙ һәм нәҫелдәрегеҙ унда шул тиклем йәшәрһегеҙ.


Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.


Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.


Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.


Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Аллаң Раббы һине йылғалар аҡҡан, үҙәндәрҙән һәм тауҙарҙан инештәр, шишмәләр сыҡҡан бәрәкәтле ергә алып бара.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ