Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 10:20 - Изге Яҙма

20 Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Раббы Аллағыҙҙан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 10:20
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.


Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр, Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ,


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ.


Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.


Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.


Бөгөнгә тиклем Аллағыҙ Раббыға тоғро булдығыҙ, бынан һуң да Уға тоғро булып ҡалығыҙ.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ