Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 1:8 - Изге Яҙма

8 Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 1:8
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.


Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ.


Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне.


Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен.


«Мин ант итеп аталарығыҙға бирергә вәғәҙә иткән ул бәрәкәтле ерҙе был яман быуындан Йефунне улы Калевтан башҡа бер кем дә күрмәҫ. Бары Калев ҡына күрер. Ул атлап уҙған ерҙәрҙе уға һәм нәҫеленә бирермен, сөнки ул бөтә йөрәктән Раббы юлынан йөрөнө», – тине.


Шунан миңә: «Тор, был халыҡты алып юлға сыҡ. Мин ант итеп ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән ерҙе барып алһындар», – тине.


Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.


Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Быға тиклем Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре, Ғарҙа йәшәгән Моав кешеләре илдәре аша үтергә рөхсәт итте. Һин дә Иордан аша Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән ерҙәренә сығырға ризалыҡ бир».


Изге торлағыңдан, күктәрҙән күҙ һалсы! Халҡың Исраилға, ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә итеп биргән ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә фатихаңды ҡыл».


Ул дәүерҙә хеҙмәт иткән ҡаһинға килеп: «Раббы ант менән был ерҙе беҙгә бирергә ата-бабаларыбыҙға вәғәҙә иткән. Бөгөн мин Аллаң Раббыға шул ергә килгәнемде белдерәм», – тип әйт.


Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр.


Аллағыҙ Раббының бөгөн һеҙҙең менән төҙөйәсәк антлы килешеүен ҡабул итер өсөн тораһығыҙ һеҙ.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Муса Йушағты саҡырып алды ла бөтә Исраилдың күҙ алдында: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин халыҡты Раббы уларҙың ата-бабаларына нәҙер иткән ергә алып бараһың, – тине. – Ул ерҙе һин халыҡҡа өлөшләп бүлеп бирерһең.


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы,


Әгәр был ҡанундарға ҡолаҡ һалып, теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы ата-бабаларығыҙға ант иткәнсә, төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалыр һәм һәр ваҡыт һеҙгә мөхәббәтен һаҡлар.


Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.


Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.


Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.


Ул: «Мин һиңә мул-мул фатихамды бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән-ишәйтәсәкмен», – тигән.


Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ