34 Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй.
Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр.
Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.
Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.
Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була.