31 Левиҙәрҙең береһе – Ҡорах нәҫеленән булған Шаллумдың баш балаһы Маттиҫъяһҡа таба икмәге бешереү йөкмәтелә.
Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.
изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү.
Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.
Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.
Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән.
Левиҙәрҙән дүрт баш һаҡсы бик яуаплы вазифа башҡара, Раббы йорто бүлмәләрен һәм хазиналарын һаҡлай.
Әгәр саҙаҡаң йәйләүҙә бешерелгән икмәк булһа, уны зәйтүн майына баҫылған яҡшы ондан сөсө икмәк итеп бешер.
Әгәр саҙаҡаң көршәктә бешерелгән икән, ул зәйтүн майына баҫылған иң яҡшы ондан булһын.
Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен.
Ул зәйтүн майында яҡшылап баҫылһын һәм йәйләүҙә бешерелһен. Уны, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, һыныҡтарға бүлеп килтер. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ.