Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.