24 Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай.
Уларҙың үҙҙәренең ауылдарындағы туғандары тәғәйен ваҡытта етешәр көнгә улар янына хеҙмәткә килеп йөрөй.
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.