Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 9:18 - Изге Яҙма

18 Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 9:18
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.


Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы.


Раббы ҡорамында шәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн файҙаланылған көплө юлды һәм батшалар ҡорамға инеп йөрөгән айырым ишекте Раббы йортонан алып ташлатты. Быларҙың барыһын да Ахаз Ашшур батшаһына ярар өсөн эшләне.


Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.


Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.


Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.


Шунан һуң теге кеше мине Изге торлаҡтың көнсығыш яғындағы тышҡы ҡапҡаға алып килде. Ҡапҡа ябыҡ ине.


Әлеге һауыҡҡан кеше Петрус менән Яхъянан ҡалмағас, аптырашта ҡалған халыҡ уларҙы Сөләймәндең айуаны тип аталған урында уратып алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ