17 Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.
Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.
Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән – барлығы бер йөҙ утыҙ туғыҙ кеше.
Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине.