Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 9:13 - Изге Яҙма

13 Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 9:13
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хеврон нәҫеленән: Хашавъяһ һәм уның ағай-энеһе, бер мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, Исраилдың Иордан йылғаһының көнбайыш яғындағы биләмәләре өҫтөнән күҙәтселек итә, Раббыға хеҙмәт күрһәтеү һәм батшаның эштәре өсөн яуаплы була.


Йерияһтың ағай-энеһе, ике мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, ғаилә башлыҡтары була. Уларҙы Дауыт батша Рәүвән һәм Ғад ырыуы, Менашше ырыуының яртыһы өҫтөнән Алла эштәре буйынса ла, батша эштәре буйынса ла баш итеп ҡуя.


Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була.


Шулай уҡ Ғадаяһ, ул – Йерохамдың улы, Йерохам – Пашхурҙың улы, Пашхур – Малкияһтың улы; Мағсай Ғәдиил улы, Ғәдиил – Йәхзәрәнең улы, Йәхзәрә – Мешулламдың улы, Мешуллам – Мешиллемиҫтең улы, Мешиллемиҫ – Иммерҙең улы.


Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән.


Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ