40 Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр.
Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.
Уның ҡустыһы Ғешәктең баш балаһы – Улам, икенсеһе – Йеғуш, өсөнсөһө Әлифәләт исемле.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.