34 Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.
Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде.
Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт. – Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ.
Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.
Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тареағ һәм Ахаз.
Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.