4 Нәҫел шәжәрәләренә күрә һуғышҡа яраҡлы яугирҙәренең һаны утыҙ алты меңгә етә, сөнки уларҙың ҡатындары күп, улдары ишле була.
Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә;
Ғуззиҙың улы: Израхъяһ. Израхъяһтың улдары: Михаил, Ғовадъяһ, Йоил, Йишшияһ. Бишеһе лә нәҫел башлығы була.
Ә Исасхарҙың барлыҡ нәҫелдәре араһында нәҫел исемлектәренә индерелгән ҡаһарман яугирҙәр һаны һикһән ете мең була.
эре мал – утыҙ алты мең, ошонан Раббыға – етмеш ике баш;