39 Ғулланың улдары: Арах, Ханниил, Рисъя.
Йәҫәрҙең улдары: Йефунне, Писпа һәм Ара.
Былар барыһы ла – Ашер нәҫелдәре, улар үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары, һайланма кешеләр, ҡаһармандар, төп етәкселәр. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә һуғышҡа яраҡлы егерме алты мең кеше иҫәпләнә.