63 Мерари улдарына нәҫелдәренә күрә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан йәрәбә буйынса ун ике ҡала бирелә.
Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.
Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.
Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.
Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды.
Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.