48 Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә.
Шунан Исраилдың бар башлыҡтарын, ҡаһиндарын, левиҙәрҙе йыя.
Шәмәр – Махлиҙың, Махли – Мушиҙың, Муши – Мерариҙың, Мерари Левиҙең улы була.
Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй.
Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.
Левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – Зевулун ерҙәренән Йоҡнеғам, Ҡарта,