Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 6:34 - Изге Яҙма

34 Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 6:34
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.


Исраил Аллаһы Раббы бойорғанса, бабалары Һарун биргән күрһәтмәләргә ярашлы, Раббы йортона хеҙмәткә килеү тәртибе ошолай була.


Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың,


Тоах – Суфтың, Суф – Әлҡананың, Әлҡана – Махаҫтың, Махаҫ – Ғамасайҙың,


Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.


Һарун ҡаһиндың улдары ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһендәр.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Һарун гонаһтан паклау йолаһын башҡарыу өсөн Иң мөҡәддәс урынға ингәндән алып сыҡҡанға тиклем Осрашыу сатырында бер кем дә булмаһын. Үҙен, ғаиләһен һәм бөтә Исраил халҡын гонаһтарынан паклағандан һуң,


Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.


Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ