Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 6:32 - Изге Яҙма

32 Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 6:32
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була.


Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй.


Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың,


Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.


Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар.


Эске ихатала эске ҡапҡа эргәһендә ике бүлмә бар ине. Уларҙың төньяҡ ҡапҡа янындағыһы – көньяҡҡа, ә көньяҡ ҡапҡа янындағыһы төньяҡҡа ҡарай ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ