16 Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.
Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.
Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша.
Дауыт Һарун улдары менән левиҙәрҙе саҡыра. Бына улар:
Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.
Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.
Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була.
Гершон улдарының исемдәре: Ливни һәм Шимғи.
Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Нәҫелдәренә күрә иҫәпкә алынған левиҙәр: Гершондан – Гершон нәҫеле, Ҡыһаҫтан – Ҡыһаҫ нәҫеле, Мерариҙан – Мерари нәҫеле.