І Йылъяҙма 6:15 - Изге Яҙма15 Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.