10 Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була.
Уның ярандары ошолар ине: Ғазаръяһ Садоҡ улы – ҡаһин;
Ахимағас – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Йоханандың атаһы;
Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була.
Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, бейеклеге – йөҙ егерме терһәк. Уны эстән саф алтын менән көпләтә.