І Йылъяҙма 5:22 - Изге Яҙма22 Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була. Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек.