Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 5:21 - Изге Яҙма

21 Улар һағриҙарҙың көтөүҙәрен – илле мең дөйәне, ике йөҙ илле мең баш ваҡ малды, ике мең баш ишәкте ҡулға төшөрә, йәнә йөҙ мең кешене әсиргә ала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 5:21
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.


Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә.


Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.


Малсыларҙың сатырҙарын да туҙҙырып, көтөү-көтөү ваҡ малдарын, дөйәләрен ҡыуып алып китәләр һәм Йәрүсәлимгә ҡайталар.


Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар.


кешеләр: ир ҡуйыны күрмәгән ҡыҙҙар – утыҙ ике мең.


баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ