1 Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.
Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда.