38 Исемдәре һаналған был уҙамандар нәҫел башлыҡтары була һәм уларҙың зат-зәүере ишәйеп китә.
Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.
Зиза – Шифғиҙең улы, ә Шифғи – Шемағъяһ улы Шимриҙән тыуған Йедаяһ улы Аллондың улы.
Мал-тыуарына көтөүлек эҙләп, улар Гедорға, үҙәндең көнсығышына тиклем барып етә.
Бына уларҙың нәҫел башлыҡтары – Ғефәр, Ишғи, Әлиил, Ғазриил, Йермеяһ, Һодауъяһ, Яхдиил. Былар һәммәһе лә ҡаһарман яугирҙәр, абруйлы ирҙәр, үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары була.