І Йылъяҙма 4:10 - Изге Яҙма10 Яғбес Исраил Аллаһына доға ҡылып: «Ерҙәремде киңәйтеп, миңә фатихаңды бирһәң ине, мине гелән ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан һаҡлап торһаң ине!» – тип ялбара. Раббы уға һорағанын бирә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –