19 Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була.
Быларҙан тыш Зеруббавелдың Хашува, Оһәл, Бәрәхъяһ, Хасадъяһ һәм Йушав-Хәсәд исемле тағы биш улы донъяға килә.
Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:
Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.
Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:
– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа, халыҡтың иҫән ҡалғандарына әйт:
Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.
Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың,