14 Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.
Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм һарайы янындағы Ғузза баҡсаһында ерләнде. Уның урынына улы Амон батша булды.
Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша булды. Әсәһе – Йотва ҡалаһынан Харустың ҡыҙы Мешулләмәҫ ине.
Амонды Ғузза баҡсаһындағы үҙ зыяратына ҡуйҙылар. Уның урынына улы Йошияһ батша булды.
Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы.
Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде.
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш була. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итә.
Шунан илдең халҡы Йошияһ улы Йеһоахазды Йәрүсәлимдә атаһы урынына батша итеп ҡуя.
Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә
Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.
Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.