3 Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:
Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.
Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара.
Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.
өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү,
Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,
Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.
– Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен.
сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.