16 Эй Аллабыҙ Раббы, бөтә был муллыҡты Һиңә, Һинең изге исемеңә йорт төҙөр өсөн әҙерләнек, бының барыһы ла Һинең ҡулыңдан килгән, барыһы ла Һинеке.
Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.
Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.
Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.
Садоҡ нәҫеленән баш ҡаһин Ғазаръяһ уға былай тип яуап бирә: – Раббы ҡорамына саҙаҡа ташыла башлау менән, беҙ ҙә туйғансы ашай башланыҡ, ризыҡтың күп өлөшө артып ҡалды. Эйе, Раббы Үҙ халҡына бәрәкәт бирҙе, шуға күрә артып ҡалғаны ла бик күп.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом.
«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән.