5 Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр.
«Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.
Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Мин уны йортома һәм батшалығыма мәңгелеккә ҡуйырмын, уның тәхете мәңге ныҡ булыр».
Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя.
Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.
Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.
Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.
Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған.
батша итеп Аллағыҙ Раббы һайлаған кешене ҡуйығыҙ. Ул ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе булһын. Килмешәк һеҙгә туған түгел, уны батша итеп ҡуйырға ярамай.