Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 28:4 - Изге Яҙма

4 Тик шулай ҙа, Исраил Аллаһы Раббы атайымдың нәҫеленән нәҡ мине Исраил өҫтөнән мәңгегә батша булыр өсөн һайланы. Бөтә ырыуҙар араһынан Ул Йәһүҙәне баш ырыу итте, Йәһүҙә ырыуынан минең атайымдың нәҫелен һайланы, атайымдың йортонан мине бар Исраилға батша итеп ҡуйыуҙы хуш күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 28:4
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.


Хәҙер инде, эй Раббым, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр.


Инде хозурыңда мәңге торһон өсөн ҡолоңдоң йортона фатихаңды биреүҙе хуш күрҙең. Һин, йә Раббым, уға фатиха бирҙең һәм ул мәңге фатихалы буласаҡ.


Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Әйҙә ғүмере ҡыҫҡарһын, Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен!


Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!


Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың, «Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең.


Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Зиф кешеләре, Гивғаға килеп, Шаулға: – Дауыт Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында йәшенеп ята, – тип хәбәр итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ