17 саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш;
Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне.
изге икмәкте ҡуя торған өҫтәл өсөн күпме алтын, көмөш өҫтәлдәр өсөн күпме көмөш;
ҡойолған алтындан яһалырға тейешле төтәтеү ҡорбан усағы өсөн күпме алтын китергә тейешлеген әйтә, шулай уҡ Раббының Килешеү һандығы өҫтөндә уны ҡаплап тораһы алтын кирубтар ҡуйылған еңел арбаның һыҙмаһын да бирә.
Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.