Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 28:11 - Изге Яҙма

11 Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 28:11
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне.


Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың иңе – ун терһәк, ә буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк тәшкил итте.


Дауыт шулай уҡ Раббы йортоноң ихаталары һәм әйләнәләге бүлмәләр, Алла өйө хазиналары ҡаҙнаһы һәм Раббыға бағышланған әйберҙәр ҡаҙнаһы өсөн күңеленән ниәт иткән бөтә нәмәләрҙе лә әйтә.


– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.


Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра.


уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине.


Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.


Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә.


Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.


– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.


Ҡапҡаға ингән ерҙән алып айуан яғынан сығыу урынына тиклем ара илле терһәк ине.


Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.


Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ