6 Был Бенаяһ утыҙ батыр араһына инә һәм уларға етәкселек итә, ә улы Ғаммизавад төркөмгә идара итә.
Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше.
Дүртенсе ай төркөмөнә Йоавтың ҡәрҙәше Ғасаһил етәкселек итә. Ғасаһилдан һуң урынына улы Зевадъяһ ҡала. Был бүлектә лә егерме дүрт мең кеше була.