31 ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була.
Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ;
Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй.
Шаул заманында улар һағриҙар менән һуғыша һәм уларҙы ҡырып бөтөрә, шунан, Ғилғәдтең көнсығышын тотош биләп, сатырҙарҙа йәшәй башлай.
Улар һағриҙар, Йетур, Нафиш, Нодав менән һуғыша.
Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым.
Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.