29 Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була.
Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ;
Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым.
Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.
Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.
Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.
Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ.
Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.