8 Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була.
Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
Шемағъяһтың улдары: Ғоҫни, Рефаил, Ғовед, Әлзавад, ағай-энеләре Әлиһу менән Семахъяһ та булдыҡлы кешеләр була.
Мешәләмъяһтың улдары һәм ағай-энеһенән булдыҡлы кешеләр ун һигеҙ була.
Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан.
Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!