6 Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була.
Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.
ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;
алтынсыһы – Ғаммиил, етенсеһе – Исасхар, һигеҙенсеһе – Пеғуллеҫай. Раббы уға шулай итеп фатихаһын бирә.
Шемағъяһтың улдары: Ғоҫни, Рефаил, Ғовед, Әлзавад, ағай-энеләре Әлиһу менән Семахъяһ та булдыҡлы кешеләр була.
Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була.
Ғазаръяһ ҡаһин Раббының һикһән ҡыйыу ҡаһины менән уның артынан эйәрә.
Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине.
Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.
Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал.
Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.