4 Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил,
Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
Раббы һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда торҙо һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның бөтә ғаиләһенә Үҙенең бәрәкәтен бирҙе.
Дауыт батшаға: «Раббы Алла һандығы арҡаһында Ғовед-Эдомдың бөтә ғаиләһенә, булған мал-мөлкәтенә бәрәкәтен биргән», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Дауыт барып Алла һандығын һөйөнөс менән Ғовед-Эдом йортонан Дауыт ҡалаһына күсерҙе.
Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай.
Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.
шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя.
Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.
бишенсеһе – Ғелам, алтынсыһы – Йеһоханан, етенсеһе – Әлйеһоғынай.
алтынсыһы – Ғаммиил, етенсеһе – Исасхар, һигеҙенсеһе – Пеғуллеҫай. Раббы уға шулай итеп фатихаһын бирә.