Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 26:32 - Изге Яҙма

32 Йерияһтың ағай-энеһе, ике мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, ғаилә башлыҡтары була. Уларҙы Дауыт батша Рәүвән һәм Ғад ырыуы, Менашше ырыуының яртыһы өҫтөнән Алла эштәре буйынса ла, батша эштәре буйынса ла баш итеп ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 26:32
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иордан аръяғынан, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһынан һәр төрлө яу ҡоралы тотҡан йөҙ егерме мең кеше килә.


Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;


Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар.


Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.


Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.


Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!


Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына, Менашше ырыуының яртыһына Йушағ:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ