27 Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була.
Дауыт батша уларҙы үҙе буйһондорған бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш һәм Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улынан ҡулға төшөрөлгән яумалдың бер өлөшө менән бергә Раббыға бағышланы.
Был көмөштөң барыһы ла эшселәргә түләүгә һәм йортто йүнәтеү өсөн файҙаланылды.
Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай.
Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана.
Шемуил әүлиә, Ҡиш улы Шаул, Нер улы Авнер, Серуяһ улы Йоав бағышлағандың барыһы, бағышлаған бүләктәрҙең һәммәһе Шеломиҫ менән уның туғандарының ҡулы аҫтында була.
Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Алла ҡорамының хазина келәтенә ҡуя.
Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.