Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 26:26 - Изге Яҙма

26 Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 26:26
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батша уларҙы үҙе буйһондорған бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш һәм Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улынан ҡулға төшөрөлгән яумалдың бер өлөшө менән бергә Раббыға бағышланы.


Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай.


Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.


Уның Әлиғәзәр яғынан туғандары – Әлиғәзәрҙең улы Рехавъяһ, Рехавъяһтың – Йешағъяһ, Йешағъяһтың – Йорам, Йорамдың – Зихри, Зихриҙың Шеломиҫ тигән улы була.


Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була.


Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.


Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән.


Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән – барлығы бер йөҙ утыҙ туғыҙ кеше.


улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ