24 Муса улы Гершомдың тоҡомонан Шевуил хазиналар ҡаҙнаһының баш яуаплыһы була.
Әлиғәзәрҙең берҙән-бер улы – Рехавъяһ. Әлиғәзәрҙең башҡа улдары булмай, Рехавъяһтың иһә улдары бик күп була.
Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ.
Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.
Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил нәҫелдәре:
Уның Әлиғәзәр яғынан туғандары – Әлиғәзәрҙең улы Рехавъяһ, Рехавъяһтың – Йешағъяһ, Йешағъяһтың – Йорам, Йорамдың – Зихри, Зихриҙың Шеломиҫ тигән улы була.