5 Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә.
Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла мәрхәмәте менән бирелгән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.
Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды:
Дауыттың әүлиәһе Ғадҡа Раббы һүҙе була:
Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ.
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.
Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.
Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.
Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.