31 Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.
Муши тоҡомо – Махли, Ғедәр, Йеримоҫ. Былар – ғаиләләре буйынса һаналған левиҙәр.
Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.
Хеҙмәт башҡарыу өсөн олоһо-кесеһе тиң булып, һәр ҡапҡаны йәрәбә һалып бүлешәләр.
Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта.
Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.
Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен.